04:50 (UTC+5), 10 Сентябрь 2018

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» 58,39% тауыш йыя

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ышаныслы алдынғылыҡта килә. Һайлау бюллетендәренең 97% эшкәрткәндән һуң берҙәм республика округы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре һайлаусылар исемлегенә индерелгән халыҡтың 58,39% тауышын йыя.
Икенсе урында «КПРФ» — 18,73%. Тәүге өсәүгә 9,91 % һөҙөмтә менән ЛДПР парламент партияһы инә. Башҡортостанда «Ғәҙел Рәсәй» - 5,47%, «Рәсәй патриоттары» — 4,01%, «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы 1,99% йыйҙы.
Башҡортостанда 9 сентябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау уҙҙы. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы үтте. 147 мандат билдәләнде.
Тауыш бирергә килеүселәр һаны 49,19% тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.
http://www.bashinform.ru/news/1208418-v-bashkirii-na-vyborakh-v-gossobranie-edinaya-rossiya-nabiraet-58-39-golosov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика