16:30 (UTC+5), 09 Сентября 2018

Республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа тауыш биреүселәр һаны 47% ашҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда республика закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 47,11% тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.
«Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, республика райондарында һайлаусыларҙың 59,81% тауыш бирҙе, ҡалаларҙа — 38,77, Өфөлә — 27,55%. Сағыштырыу өсөн: бынан алдағы республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа халыҡтың 53% ҡатнашҡайны».
Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау тамамланды. Республикала йәшәүселәр бөгөн закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайланы. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, икенсе яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайланды.
http://www.bashinform.ru/news/1208284-yavka-na-vybory-v-gossobranie-bashkirii-prevysila-47/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика