04:55 (UTC+5), 09 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитов төбәк пенсия льготаларын һаҡлап ҡалыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 7 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйҙы. Төҙәтмәләрҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хупланы.
Элек социаль ярҙам саралары граждандарға пенсияға сыҡҡандан һуң бирелә ине. Закондың яңы редакцияһы йәш критерийҙарын һаҡлауҙы күҙ уңында тота. 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ир-аттар пенсияға сығыу-сыҡмауға ҡарамаҫтан түбәндәге льготалар аласаҡ:
- хеҙмәт ветерандарына торлаҡ бинаһы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсациялар;
- хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
- оҙайлы эш стажына эйә булған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
- маҡтаулы исемдәре һәм айырыуса ҡаҙаныштары булған ветерандарҙың пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр.
Закон Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.
Белешмә:
Рәсәй Президенты Владимир Путин ил граждандарына мөрәжәғәт иткәндә федераль пенсия ташламаларын һаҡлау кәрәклеге тураһында белдерҙе.
Төбәк кимәлендә тейешле социаль ярҙам сараларын һаҡлау тураһындағы башланғыс менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе депутаттары сығыш яһаны.
7 сентябрҙә «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законды парламентарийҙар бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте.
http://www.bashinform.ru/news/1207476-rustem-khamitov-podpisal-zakon-o-sokhranenii-regionalnykh-pensionnykh-lgot/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика