05:45 (UTC+5), 09 Сентября 2018

Ҡоролтай депутаттарын һайлауға кешеләр был юлы ғәҙәттәгенән күберәк килә – белгестәр

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар һайлауға килеү буйынса фараздарын белдерҙе: был юлы ул ғәҙәттәгенән бер аҙ юғары була, сөнки пенсия реформаһы граждандарҙы әүҙемләштерҙе, улар үҙ фекерен белдерергә теләйәсәк, тип иҫәпләй политолог Сергей Семенов.
Шул уҡ ваҡытта һайлауға килеү буйынса һандар – ул электораттың ышаныс күрһәткесе. Граждандар федераль власҡа ышана, тимәк, федераль кимәлдәге һайлауҙарҙа килеү байтаҡҡа күберәк була, тип иҫәпләй политолог Сергей Лаврентьев. Шуға төбәк закондар сығарыу йыйылыштары депутаттарына бынан һығымта яһарға һәм көнүҙәк темаларҙы әүҙемерәк ҡуҙғатырға кәрәк. Унан бигерәк был проблемаларҙы хәл итеү туранан-тура төбәк парламенттарынан тора. Уларға Дәүләт Думаһы шарттарҙы көсләп таға алмай. Башҡортостан кимәлендә ул милли үҫеш, ислам динен үҫтереү, шихандар мәсьәләһе кеүек темалар, тип билдәләне Сергей Николаев.
Бөгөн, 9 сентябрҙә, Башҡортостан республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат һайлай. Төбәк парламентына һайлау биш йылға бер тапҡыр уҙа.
Белгестәр кешеләрҙең килеүен 45 процент тирәһендә фаразлай.
http://www.bashinform.ru/news/1207757-yavka-na-vybory-deputatov-kurultaya-v-etot-raz-budet-vyshe-obychnogo-eksperty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика