08:30 (UTC+5), 09 Сентябрь 2018

Башҡортостанда һайлауҙа һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау хәрәкәтенең 100 активисы эшләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың йөҙ һайлау участкаһында йөҙ волонтер – «Тауыш» һайлаусыларҙың хоҡуғын яҡлау хәрәкәте күҙәтеүсеһе эшләй, тип һөйләне хәрәкәт активисы Ренат Факиев. Уларҙың алтмышы Өфө участкаларында күҙәтеү алып бара. «Тауыш» хәрәкәте һайлау кампанияһының бөтә стадияларын күҙәтә, уның ҡатнашыусылары һайлау процесын камиллаштырыу буйынса белгестәр булып сығыш яһай, федераль ҡыҙыу элемтә һәм «Хоҡуҡ боҙоуҙар картаһы» мәғлүмәт сервистары һәм SMS-Үҙәк һайлау комиссияһы эшенә булышлыҡ итә.
Ренат Факиев һүҙҙәренсә, һуңғы ике йыл ярымда һайлауҙарҙа Дим районының һайлау комиссиялары даими күҙәтелде, уларҙың эше күбеһенсә активистарҙың Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына еткергән мәғлүмәт ярҙамында яҡшырҙы.
- Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан тикшереүҙәр өсөн махсус комиссия килде, - тип һөйләй активист. - Дим районының ике участка һайлау комиссияһы рәйесе асыҡланған боҙоуҙар сәбәпле вазифаларынан бушатылды.
Ирекмән һүҙҙәренсә, һайлауҙарҙа күҙәтеү менән шөғөлләнеү мөһим, «сөнки һайлауҙарҙың законлылығы бик мөһим һәм һайлауҙарҙа ҡатнашыу кәрәклеге граждандарҙа һаҡланһын өсөн кәрәк».
http://www.bashinform.ru/news/1207814-v-bashkirii-na-vyborakh-rabotayut-100-aktivistov-dvizheniya-v-zashchitu-prav-izbirateley-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика