03:25 (UTC+5), 09 Сентября 2018

Башҡортостанда 3426 һайлау участкаһы асылды

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда һайлау участкалары асылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү башланды. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы уҙа. 147 мандат билдәләнә.
55 округ һайлау комиссияһы вәкәләттәре 39 территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтелгән. 69 территориаль һәм 3426 участка һайлау комиссияһы һайлауҙар уҙғара, шул иҫәптән 35-е - ваҡытлыса булыу урынында.
Тауыш биреү өсөн исемлеккә 3 миллион 50 мең 303 кеше индерелгән. Нәҡ шунса төбәктә йәшәүсе 2018 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса һайлау хоҡуғына эйә булған.
Төбәк парламентына һайлауҙар биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Республикала йәшәүселәр бөгөн закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана. 9 сентябрҙә һайлаусылар берәүһе бер мандатлы округ буйынса кандидаттар менән (бөтә республика 55 округка бүленгән, уларҙың һәр ҡайһыһына бер еңеүсе билдәләнәсәк) һәм икенсеһе сәйәси партиялар исемлеге менән ике бюллетень ала.
Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа һайлаусыларҙың 49,27 проценты һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ярҙамында тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. КОИБ-тар 811 һайлау участкаһында файҙаланыла. Уларҙы ҡулланыу иҫәбе буйынса республика Рәсәйҙә Мәскәү өлкәһенән (1703) һәм Мәскәүҙән (1544) һуң өсөнсө урында тора.
Өфө ҡалаһы һайлау участкалары комплекстар менән – 94 процентҡа, республиканың ҡала округтары һайлау участкалары 74 процентҡа тәьмин ителгән.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙағы кеүек, бөтә участка һайлау комиссиялары йомғаҡлау протоколдарын әҙерләгәндә машина уҡыған код (QR-код) технологияһын ҡулланасаҡ.
Йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, Рәсәйҙә 5 000 тиерлек һайлау кампанияһы уҙа, уларҙа 45 сәйәси берләшмә ҡатнаша. Һайлау кампаниялары биш төбәктән тыш бөтә ил буйынса тиерлек үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1206704-v-bashkirii-otkrylos-3426-izbiratelnykh-uchastkov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика