Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Сентябрь 2018, 16:07

Башҡортостан пенсия алды йәшендәгеләрҙе яҡлау өсөн 3,8 миллиард һумдан ашыу йүнәлтә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Оло быуын кешеләренә социаль ярҙам сараларына 2019 йылға Башҡортостан бюджетына 3,9 миллиард һумдан ашыу аҡса һалына. Бөгөн республика парламентарийҙары «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында» республика законына төҙәтмәләр индерҙе. Закон проекты йома, 7 сентябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырышында бер тауыштан ҡабул ителде.
Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Дәүләт Думаһына пенсия законына төҙәтмәләрҙе индерҙе. Улар араһында — ҙур хеҙмәт стажына эйә граждандарға страховка пенсияһын ваҡытынан алда билдәләү (пенсия йәшенән ике йыл алдан). Ир-егеттәр өсөн — 42 йыл, ҡатын-ҡыҙҙарға — 37 йыл. Шулай уҡ төҙәтмәләр араһында — тупланма пенсия тәғәйенләүҙе формалаштырыуҙа ҡатнашҡан граждандарға уның ваҡытын һаҡлау (60-тан 55 йәш).
«Берҙәм Рәсәй» фракцияһы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында оло быуын кешеләренә льготаларҙы әлеге кеүек социаль статустан түгел, ә уларҙың йәшенән сығып һаҡлау башланғысы менән сығыш яһаны. Депутаттар «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» республика законына үҙгәрештәр индерергә тигән тәҡдим яһаны. Башҡортостан Башлығы ошо башланғысты хупланы.
Партия ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыуға ҡарамайынса, ир-егеттәргә - 60, ә ҡатын-ҡыҙҙарға 55 йәштән социаль ярҙам сараларын күрһәтергә тәҡдим итә. Өҫтәүенә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һалым, транспорт өлкәһендә республика кимәлендәге барлыҡ льготаларҙы һаҡлап ҡалыу ғәҙел тип иҫәпләй.
«Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул ителеү менән ветерандарға, ир-егеттәргә - 60, ҡатын-ҡыҙҙарға 55 йәштән, 2019 йылдың 1 ғинуарынан түбәндәге социаль ярҙам саралары күрһәтеүе ҡаралған:
— хеҙмәт ветерандарына коммуналь хеҙмәттәр һәм торлаҡҡа түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсациялар.
— хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр.
— оҙайлы эш стажы булған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр.
— почетлы исемдәре һәм айырым хеҙмәттәре булған ветерандарҙың пенсияһына өҫтәмәләр.
http://www.bashinform.ru/news/1207037-bashkiriya-na-podderzhku-pensionerov-napravit-bolee-3-8-mlrd-rubley/
Читайте нас: