04:29 (UTC+5), 30 Августа 2018

Рөстәм Хәмитов Дәүләт Думаһында «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Думаһында «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов менән осрашты.
Яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.
Бюджет үҫеше буйынса төбәк илдә икенсе урынды биләй, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Был «Башнефть» компанияһынан, металлургия һәм машиналар эшләү комплексы предприятиеларынан һалым керемдәренә бәйле.
– Дөйөм алғанда, республика үҫешә. Беҙҙә сәнәғәт етештереү индексы менән хәлдәр һәйбәт – уҙған йылға ҡарата 3-3,5 процентҡа күберәк, - тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе агросәнәғәт комплексының торошо һәм уны артабан үҫтереү пландары хаҡында хәбәр итте. Әйтәйек, уңыштың юғары булыуы һөҙөмтәһендә төбәк үҙенең игенгә ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Шуға күрә әлеге ваҡытта Башҡортостанда ашлыҡты тәрән эшкәртеү мәсьәләһе өйрәнелә, был мал аҙығы һәм биотарҡалыусан пластик етештерә башларға мөмкинлек бирергә тейеш.
Башҡортостан башлығы яңы уҡыу йылы башланыуға әҙерлек тураһында ла һөйләне. Быйыл республикала 480 мең уҡыусы һәм 200 меңдән ашыу студент иҫәпләнә.
– Бер һүҙ менән әйткәндә, ошо армия мәктәпкә, юғары уҡыу йорттарына, колледждарға бара. Беҙ быға бик шатбыҙ. Уҡыуы уңайлы һәм һәйбәт булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Сергей Миронов үҙ сиратында республикала тыуымға булышлыҡ итеү һәм янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте көсәйтеү йәһәтенән тормошҡа ашырылған башланғыстарҙы юғары баһаланы.
– Мин демографик проблеманы хәл итеү буйынса башланғысты – тәүге балаһы тыуған һәм торлағы булмаған ғаиләләргә 300 мең һум бүлеүҙе өлгө итеп ҡуям. Был бик мөһим, – тип билдәләне фракция етәксеһе.
Осрашыу барышында Сергей Миронов 2016 йылдың майында Башҡортостанда асылған Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау үҙәге эшенә йомғаҡ яһаны. Ошо ваҡыт эсендә үҙәктәге юристар республикала йәшәүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе, дөрөҫ күсерелмәгән пенсияларҙы һәм хеҙмәт хаҡын ҡабаттан иҫәпләүҙә ярҙам күрһәтте. Төбәктә ҡабаттан иҫәпләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4,5 миллион һум тәшкил итте, ә был ваҡытта илдә ошо күрһәткес 50 миллиард һумдан ашты.
Яҡтар Башҡортостанда йәшәүселәрҙең Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау үҙәгенә мөрәжәғәттәре буйынса отчеттарҙы республика властарына еткереү тураһында килеште. Был халыҡты борсоған проблемалар тураһында өҫтәмә мәғлүмәт алыу сығанағы булырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1203198-rustem-khamitov-vstretilsya-s-rukovoditelem-fraktsii-spravedlivaya-rossiya-v-gosudarstvennoy-dume-se/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика