12:16 (UTC+5), 28 Август 2018

Шаршамбы Владимир Путин пенсия реформаһына ҡағылышлы белдереү менән сығыш яһай

kremlin.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Шаршамбы көндө Владимир Путин пенсия үҙгәрештәренә ҡарата үҙ фекерен белдерә, тип хәбәр итә РИА Новости.
19 июлдә Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа пенсия ҡануниәтендә үҙгәрештәр тураһында хөкүмәт закон проектын ҡабул итте. Ул пенсияға сығыу йәшен ир-егеттәргә – 65, ә ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәшкә тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.
Үҙгәрештәрҙе 2019 йылдан башлап этапҡа ярашлы башҡарыу күҙаллана. Түбәнге палата документтың төп положениеларын хупланы. 24 сентябргә тиклем уға төҙәтмәлә йыялар, һуңынан икенсе, өсөнсө уҡыуҙарҙа тауыш биреүҙәр ойошторола һәм Федерация Советында ҡарала.
Хөкүмәттә асыҡлауҙарынса, ошо сараларға бәйле 2019 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы мең һумға арттырыла. 2024 йылға түләү айына 20 мең һум самаһы тәшкил итер тип көтөлә — был 2018 йылғы кимәл менән сағыштырғанда үҫешкә яҡынса 35% тап килә.
Владимир Путин белдереүенсә, уға пенсия йәшен арттырыу буйынса тәҡдим ителгән варианттарҙың береһе лә оҡшамай, ләкин иҡтисади баһаларға таянырға кәрәк — һәм, әгәр бер нәмәне лә үҙгәртмәһәк, киләсәктә пенсия реформаһының юҡҡа сығыуы мөмкин.
Хәҙерге пенсия йәше 1956 йылда билдәләнгән, ул саҡта бер пенсионерға 3,7 эшләүсе тура килгән, ә ғүмер оҙайлығы 67 йәш тәшкил иткән, тип иҫкә төшөрҙө ул. Бөгөн һәр пенсионерға ике эшләүсе тура килә, уртаса ғүмер оҙайлығы иһә 73-74 йәшкә еткән.
Әлегә аныҡ ҡарар юҡ, бөтә фекерҙәрҙе тыңларға кәрәк, тип йомғаҡ яһаны Путин.
http://www.bashinform.ru/news/1202457-vladimir-putin-vystupit-v-sredu-s-zayavleniem-po-pensionnoy-reforme-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика