04:58 (UTC+5), 28 Август 2018

Республика Хөкүмәтендә мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәтендә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙеләр. Оператив кәңәшмәлә республика мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова хәбәр итеүенсә, дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың дөйөм һаны 479,8 мең кеше, был 2017 йылға ҡарағанда 12,7 меңгә күберәк. Беренсе класс уҡыусылары иһә 53 мең, уҙған йылға ҡарағанда яҡынса 700 кешегә күп. Республикала Белем көнөнә арналған тантаналы саралар 1 сентябрҙә уҙа.
Белем биреү йорттарын эшкә әҙерләү буйынса күләмле эш башҡарылған, тип билдәләне Гөлназ Шафиҡова. 2018 йылда хөкүмәт бойороҡтары менән капиталь ремонтлау, матди-техник базаны нығытыу һәм энергияны һаҡлау саралары өсөн 63 мәғәриф ойошмаһына 381,5 миллион һум бүленгән.
Бынан тыш, 2018 йылдың аҙағына тиклем 3653 уҡыусылыҡ 6 мәктәпте һәм 90 урынлыҡ балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Шул рәүешле йыл аҙағынаса капиталь ремонт һәм төҙөлөш иҫәбенә бер сменала уҡыусылар һанын 91 процентҡа еткереү күҙаллана.
Әлеге ваҡытта мәғариф идаралығының муниципаль органдары тарафынан мәктәптәрҙе педагогик кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса эш тамамлана. Барлыҡ дөйөм белем учреждениеларында туҡланыу ойошторолған.
http://www.bashinform.ru/news/1202150-v-pravitelstve-bashkirii-obsudili-gotovnost-obrazovatelnykh-uchrezhdeniy-k-novomu-uchebnomu-godu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика