13:27 (UTC+5), 27 Август 2018

Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагының рәсми делегацияһы менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагының (Германия Федератив Республикаһы) рәсми делегацияһы менән осрашты. Делегацияның етәксеһе – Саксония парламенты ағзаһы, тирә-яҡ мөхит һәм ауыл хужалығы мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Себастиан Фишер.
Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты.
Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм киңәйтеү перспективаларын, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Башҡортостандың Германия менән тышҡы сауҙа әйләнеше йылдан-йыл арта: ғинуар-июнь йомғаҡтары буйынса ул былтырғы күрһәткестәрҙе уҙып киткән – 220 миллион долларға еткән, тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Германияға экспорт – 80 процентҡа, импорт дүрт тапҡырға артҡан.
– Геосәйәси ҡатмарлыҡтарҙың арабыҙҙа үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн ҡаршылыҡ тыуҙырмауы беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ Саксонияның ошо йәһәттән принципиаль позицияһын, һеҙҙең Рәсәй төбәктәре-партнерҙары менән бәйләнештәрҙе киңәйтергә ынтылыуығыҙҙы һәм беҙҙең илгә бизнес-миссияғыҙҙы әүҙем дауам итеүегеҙҙе юғары баһалайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан менән Саксония алып барырға ниәтләгән берлектәге эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләне. Улар – машиналар эшләү, юғары технологиялар, химия сәнәғәте, ауыл хужалығы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Шулай уҡ фән, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, йәмәғәт башланғыстарын хуплау өлкәләрендә үҙ-ара эш итеү тураһында һүҙ бара.
Осрашыу барышында Саксония Ландтагы фракциялары вәкилдәре төбәк-ара һәм парламент-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне. Улар фекеренсә, эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу Рәсәй Федерацияһы һәм Евросоюз араһында гармониялы сәйәсәт алып барырға, булған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов Саксония вәкилдәрен ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең дүртенсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында, шулай уҡ алдағы йылдарҙа республикала үтәсәк ҙур халыҡ-ара сараларҙа – 2019 йылда Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында, 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһында һәм 2021 йылда умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресында ҡатнашырға саҡырҙы.
1 из 7
http://www.bashinform.ru/news/1202078-rustem-khamitov-vstretilsya-s-ofitsialnoy-delegatsiey-saksonskogo-landtaga/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика