

«Дәүләт Йыйылышы тарихында сит илдәрҙән ошондай ҙур делегацияның булғаны юҡ ине. Был сәфәр ике ил төбәктәренең иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлегенә ныҡлы нигеҙ һалырға тейеш, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — 2017 йылда Саксония Ландтагы делегацияһы оҙайлы тәнәфестән һуң республикабыҙҙа булып китте. Ҡунаҡтар етештереүҙең төрлө тармаҡтарын үҫтереү преспективалары менән танышты, ике яҡлы инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һәм Башҡортостанда берлектә предприятиелар булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы. Әлеге сәфәр беҙҙең йылы дипломатик мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытыуҙан тыш, уларҙы иҡтисад өлкәһенә күсерергә тейеш».
«Шуныһы мөһим — делегация составында парламентарийҙарҙан тыш, бизнес вәкилдәре лә бар. Ике яҡ та аныҡ килешеүҙәргә өлгәшеү, берлектәге предприятиелар булдырыу менән ҡыҙыҡһына, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Уҙған йылда уҡ ҡунаҡтар Башҡортостандың яңыртылған энергия алыу өлкәһендәге тәжрибәһе, ауыл хужалығы, экология, ағас эшкәртеү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы хаҡында белдергәйне. Был юлы Саксониянан ошо йүнәлештәге белгестәр килә. Әлеге өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү ике яҡҡа ла файҙалы булыр тип көтөлә».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.