08:29 (UTC+5), 23 Августа 2018

Башҡортостанда берҙәм һәм бер мандатлы округтар буйынса 3 миллион 59787 бюллетень баҫыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Аҡ йылға» типографияһы закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү бюллетендәрен баҫа башланы. Берҙәм республика округы өсөн 3 059 787 һәм бер мандатлы округтар өсөн дә шунса бланк әҙерләнә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.
Йәрәбәгә ярашлы, берҙәм округ буйынса тауыш биреү өсөн бланкта партияларҙың исемдәре һәм эмблемалары түбәндәгесә:
1. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
2. Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе.
3. «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
4. «Рәсәйҙең «Йәшелдәр» экологик партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
5. ЛДПР сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
6. «Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе.
Территориаль комиссияларҙың ғаризаһы буйынса бюллетендәр рус, рус-башҡорт һәм рус-татар телдәрендә баҫыла.
Берҙәм республика округы буйынса бюллетендә түбәндәге мәғлүмәт урынлаштырыла:
— кандидаттар исемлеген теркәгән һайлау берекмәһенең исеме;
— ошо һайлау берекмәһе күрһәткән кандидаттар исемлегенең дөйөм республика өлөшөнә индерелгән кандидаттарҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме;
— кандидаттар исемлегенең төбәк төркөмө номеры һәм исеме;
— ошо төбәк төркөмөнә индерелгән кандидаттарҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме.
Теркәлгән кандидаттың алынмаған хөкөм ителгәнлеге булһа, һайлау бюллетененә ошо хаҡта мәғлүмәттәр индерелә.
http://www.bashinform.ru/news/1200621-v-bashkirii-otpechatayut-po-3-mln-59787-byulleteney-po-edinomu-i-odnomandatnym-okrugam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика