12:08 (UTC+5), 20 Августа 2018

Республикала муниципаль чиновниктарҙы баһалау критерийҙары үҙгәртелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәре исемлегенә үҙгәрештәр индерелде. Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге статистика мәғлүмәттәре һәм ведомство отчеттары, шулай уҡ халыҡтан социологик һорау алыу нигеҙендә баһалана.
Башҡортостан Башлығының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған Указына ярашлы, һорау алыу формаһына үҙгәрештәр индерелә. Улар транспорт хеҙмәтләндереүе өлкәһендә халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын, автомобиль юлдарының торошон, йылылыҡ, һыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе ойоштороу кимәлен яҡшыраҡ баһаларға мөмкинлек бирергә тейеш.
Ошо пункттарҙың һәр береһе тураһында тулыраҡ яҙырға:әлеге һорауҙарҙың һәр ҡайһыһы буйынса ҡәнәғәтһеҙлек сәбәптәрен күрһәтергә, яңы автомобиль юлдарын һалыу кәрәклеген билдәләргә, асфальт түшәлгән юлдарҙы һәм уларҙы тәртиптә тотоуҙы баһаларға тәҡдим ителә.
– 1 октябргә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалағанда ошо положениеларҙы иҫәпкә алыуығыҙҙы һорайым, – тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов.
http://www.bashinform.ru/news/1199547-v-bashkortostane-izmenili-kriterii-otsenki-munitsipalnykh-chinovnikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика