03:45 (UTC+5), 03 Августа 2018

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк һайлау бюллетенендә партияларҙың урындарын бүлде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Кисә, 2 августа, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға тауыш биреү өсөн берҙәм республика округы буйынса һайлау бюллетенендә һайлау берләшмәләренең исемдәрен һәм эмблемаларын урынлаштырыу өсөн йәрәбә үтте.
Республика исемлектәрен теркәгән һайлау берләшмәләренең тулы хоҡуҡлы вәкилдәре теркәлеү тәртибе буйынса сиратлап 1-ҙән 6-ға тиклем (республика исемлектәрен теркәгән һайлау берләшмәләренең иҫәбе) һандар яҙылған карточкалар ятҡан конверттарҙы алды.
Һөҙөмтәлә төбәк бүлексәләре киләһе урындар алды:
ЛДПР — 5-се,
Ғәҙел Рәсәй — 2-се,
«Йәшелдәр» — 4-се,
«КПРФ» — 6-сы,
«Берҙәм Рәсәй» — 1-се,
«Рәсәй патриоттары» — 3-сө.
Һайлау бюллетенендә һайлау берләшмәләре атамалары аҫтында дөйөм республика исемлегенә ингән кандидаттарҙың исем шәрефтәре, шулай уҡ тейешле төбәк төркөмдәренең атамалары һәм төркөмгә ингән кандидаттарҙың исем шәрефтәре урынлаша, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында.
http://www.bashinform.ru/news/1192901-tsentrizbirkom-bashkirii-raspredelil-mesta-partiy-v-regionalnom-izbiratelnom-byulletene-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика