03:35 (UTC+5), 31 Июль 2018

Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы делегацияһы Башҡортостанға яуап сәфәре менән килә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән оператив кәңәшмәлә республика делегацияһының Ҡытайҙың Цзянси провинцияһына сәфәренең төп йомғаҡтарын билдәләп үтте.
Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы 25-27 июлдә Цзянси провинцияһында булды. Сәфәр сиктәрендә Цзянси провинцияһы губернаторы Лю Ци әфәнде менән рәсми осрашыу булды.
Премьер-министр хәбәр итеүенсә, Лю Ци әфәнде Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республикаға яуап сәфәре менән килеү саҡырыуын ҡабул итте.
Шулай уҡ Цзянси провинцияһы хөкүмәтенең сауҙа департаменты вәкилдәре һәм Ҡытайҙың бизнесмендары менән осрашыу үтте. Унда Башҡортостан яғы төбәктең иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙы.
«Иҡтисади мөмкинлектәр менән таныштырыу ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, - тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов. - Осрашыу барышында эшҡыуарҙар беҙҙең республикаға инвестиция һалырға әҙер булыуҙарын белдерҙе. Билдәле кимәлдә килешеүҙәр бар инде. Эшҡыуарҙарҙан торған ҙур делегация беҙгә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Кесе эшҡыуарлыҡ форумына килә».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сәфәрҙең һуңғы көнөндә Башҡортостан делегацияһы Hi-tech зонаһы предприятиеларында һәм Наньчанда Яңы милли иҡтисади зонала булды. Әңгәмәләр барышында Ҡытай партнерҙары шундай зоналарҙы Башҡортостанда ла булдырыуҙа булышлыҡ итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1191135-bashkiriyu-s-otvetnym-vizitom-posetit-delegatsiya-kitayskoy-provintsii-tszyansi-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика