11:04 (UTC+5), 31 Июля 2018

Башҡортостанда алты партия республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары мандаттарын бүлешә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.Кисә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа бер мандатлы округтар буйынса кандидаттар һәм партиялар исемлеген теркәүҙе тамамланы. Ҡоролтайға һайлау алды ярышында берҙәм республика округы буйынса алты партия ҡалды: ЛДПР, Ғәҙел Рәсәй, «Берҙәм Рәсәй», «Рәсәй патриоттары», «КПРФ», «Йәшелдәр». Партия исемлектәре буйынса бөтәһе 736 кеше теркәлгән.
Кисә кискеһен, һуңғы теркәү көнөндә, Үҙәк һайлау комиссияһы ике партияның исемлектәрен теркәүҙән баш тартты. Шулай итеп, «Рәсәй өсөн альтернатива (Социалистик Һайлау партияһы)», «Социаль Реформалар партияһы — Тәбиғәт ресурстарынан табышты — Халыҡҡа» һәм «Рәсәйҙең аграр партияһы» закондар сығарыу йыйылышындағы урындарға дәғүә итә алмай. 2018 йылдың 31 июленә ҡарата, бер мандатлы округтар буйынса 289 кандидат теркәлгән.
ЛДПР — 55 кеше
«Рәсәй патриоттары» — 52 кеше
Ғәҙел Рәсәй — 51 кеше
«Берҙәм Рәсәй» — 55 кеше
«КПРФ» — 44 кеше
«Йәшелдәр» — 21 кеше
«Үҫеш партияһы» — 2 кеше
«Рәсәй ветерандары партияһы» — 1 кеше
«Эш партияһы» — 1 кеше
«Ватанды һаҡлаусылар» — 1 кеше
Үҙ-үҙен күрһәткән — 6 кеше.
Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында бирелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1191572-v-bashkirii-mandaty-deputatov-gossobraniya-respubliki-podelyat-shest-partiy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика