Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Июль 2018, 08:55

Башҡортостанда «Һаҡсыл хөкүмәт» проекты уңышлы эшләп китте – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 25 июлдә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе.
Инеш һүҙендә Рөстәм Хәмитов 2018 йылдың февралендә республиканың 14 дәүләт органы үҙ эшен «Һаҡсыл хөкүмәт» нигеҙҙәренән сығып яңынан ҡора башлауын билдәләне.
- Беҙгә ҡайһы ваҡыт үҙебеҙ өсөн ғәҙәти эшмәкәрлекте, айырыуса халыҡ, эшҡыуарлыҡ, сәнәғәт етештереүе ҡарашынан тәнҡитләп баһалау ауыр. Идара итеү процестары йылдар буйына төҙөлә, улар формалашҡан тип әйтергә була. Яңы формаларға бик ауыл бирелә, уларҙы алты айҙа үҙгәртеү – бик ҡатмарлы бурыс. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, проект эшләп китте. Ул бик уңышлы эшләп китте тип әйтер инем, – тип билдәләне республика Башлығы.
Һаҡсыл етештереү философияһы эш процестарын даими камиллаштырыуға, даими рәүештә оптималләштереү һәм юғалтыуҙарҙы бөтөрөү юлдарын эҙләүгә нигеҙләнгән, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
«Һаҡсыл хөкүмәт» проектын ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында проект офисы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эштәр идарасыһы Ринат Шәғәлин һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары һайлап алған, оптималләштереү үткән процестар күбеһенсә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
2018 йылдың 1 июленә 43 процесты оптималләштереүҙе күҙ уңында тотҡан беренсе этап тамамланды. Уларҙың яртыһынан күберәге анализлағандан һәм яҡшыртыуҙар индергәндән һуң 2-4 тапҡыр тиҙерәк башҡарыла башланы. Шулай уҡ бер төркөм стандартлаштырылған процедураларҙың күп көс талап итеүе кәмене.
Башҡортостан Башлығы һуңғы ыңғай һөҙөмтәнең кире яғы барлығына – хеҙмәт ресурстарын бушатыуға иғтибар итте. Шул уҡ ваҡытта квалификациялы, тәжрибәле белгестәрҙе юғалтырға ярамағанлығын, уларҙы хеҙмәт коллективтарында һаҡлау мөһимлеген аңларға кәрәк.
Ултырышта ҡатнашыусылар был эшкә муниципалитеттарҙы йәлеп итеү кәрәклеген билдәләне. Һаҡсыл алымды һынау өсөн Нефтекама һәм Октябрьский ҡалалары, шулай уҡ Белорет районы пилот муниципалитеттары буласаҡ. Артабан муниципалитеттар араһында тәжрибә уртаҡлашыу һаҡсыл етештереү системаһын бөтә ерҙә индерергә мөмкинлек бирәсәк.
Шул рәүешле, Башҡортостанда «Һаҡсыл хөкүмәт» проектын ғәмәлгә ашырыуҙың икенсе этабына күсеү башланды. Эште камиллаштырыуҙа республиканың власть органдары төп бүлеге буласаҡ, тип билдәләне төбәк Башлығы.
- Барыһы ла һеҙҙән тора, коллегалар, – министрҙарға һәм Хөкүмәт ағзаларына мөрәжәғәт итәм. Ирешелгән кимәлде төшөрмәгеҙ, уны арттырығыҙ һәм мөмкин тиклем юғары тотоғоҙ. Бынан күп нәмә тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1189923-proekt-berezhlivoe-pravitelstvo-v-bashkortostane-startoval-uspeshno-rustem-khamitov/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: