09:55 (UTC+5), 17 Июля 2018

Башҡортостанда граждандарҙың үҙ-ара һалымын законлаштыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡ тураһындағы законда «Граждандарҙың үҙ-ара һалым аҡсалары» тигән яңы статья барлыҡҡа киләсәк. Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары бишенсе саҡырылыштың йомғаҡлау пленар ултырышында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
«Ҡайһы берҙә урындағы тәғәйенләнештәге һорауҙар граждандарҙың бер тапҡыр түләүе иҫәбенә хәл ителә, ул үҙ-ара һалым тип атала. Бындай башланғыстар йышыраҡ ҙур булмаған ауылдарҙа һәм ҡала ситендә кешеләрҙең берләшеп, мәҫәлән, төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итергә булғанда килеп тыуа, - тип аңлатты төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев. - Тәҡдим ителгән закон проекты был процедураны ҡануни рәүештә нығытырға һәм регламентларға йүнәлтелгән».
Депутаттар граждандарҙың бер тапҡыр түләүен индереү һәм файҙаланыу мәсьәләләрен урындағы референдумда хәл итергә тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта улар ҡасабаға, ҡала округына йәки ҡасабаһына ингән тораҡ пунктында граждандар йыйылышында хәл ителә ала.
Закон ҡабул ителгән осраҡта ул муниципаль берәмектәрҙең финанс-иҡтисади үҙаллылығын нығытасаҡ, урындағы тәғәйенләнештәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә граждандарҙың әүҙемлеген көсәйтәсәк, уларҙың муниципалитеттың тотороҡло үҫешендә ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1186987-v-bashkirii-uzakonyat-samooblozhenie-grazhdan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика