Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.13
+0.17
75.33
+0.38
88.45
+0.98
-10 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Июль 2018, 08:40

Фәрхәд Самедов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Фәрхәд Самедов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын Олег Матыцин башҡарҙы.
Белешмә:
Самедов Фәрхәд Астан улы 1959 йылдың 23 апрелендә Грузин ССР-ының Гардабани ҡалаһында тыуған. В.В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлай. Техник фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Азербайжан ССР-ы Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығының 7-се тресында башлай. Унда инженер һәм өлкән инженер булып эшләй.
1985-1994 йылдарҙа – В.А. Кучеренко исемендәге Үҙәк төҙөлөш конструкциялары ғилми тикшеренеү институты инженеры, кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән ғилми хеҙмәткәре.
1994–1998 йылдарҙа – «Эксимер» ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары.
1999–2002 йылдарҙа – «Юсти-банк» акционерҙар коммерция банкында ҡиммәтле ҡағыҙҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары.
2002 йылда – «Мәғлүмәт технологиялары институты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лаборатория начальнигы.
2002–2003 йылдарҙа – «Петротэк-холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәүге вице-президенты.
2003–2004 йылдарҙа – «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының иҡтисад һәм финанстар буйынса беренсе урынбаҫары.
2004–2005 йылдарҙа – «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
2005–2007 йылдарҙа – «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
2007 йылда – «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы.
2008–2009 йылдарҙа – «Башхим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы.
2010–2012 йылдарҙа – «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы рәйесе советнигы.
2012–2015 йылдарҙа – «Башнефть» компанияһының нефть химияһы департаменты директоры.
2016 йылда – «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» акционерҙар йәмғиәте президенты.
2017 йылдың ғинуарынан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Рәсәй Федерацияһының почетлы химигы.
http://www.bashinform.ru/news/1186249-farkhad-samedov-naznachen-polpredom-bashkirii-pri-prezidente-rossii/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в