12:20 (UTC+5), 16 Июля 2018

Башҡортостанда Социаль торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ ойошторола

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда Социаль торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ төҙөргә күҙаллайҙар. Яңы дәүләт ҡаҙна идаралығының нимә менән шөғөлләнәсәге тураһында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Егор Родин һүҙҙәренсә, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы социаль торлаҡ программаларына тороу һорауҙары буйынса мәғлүмәт һәм кәңәш бирәсәк, шулай уҡ документтар менән эштә ярҙам итәсәк.
Дәүләт ҡаҙна идаралығын ойоштороу кәрәклеге Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың «Башҡортостан Республикаһында демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында»ғы Указын тормошҡа ашырыу менән билдәләнгән. Указ торлаҡҡа мохтаж ғаиләнең беренсе балаһы тыуғанда 300 мең һумлыҡ түләүгә хоҡуҡлы булыуын күҙ алдында тота. Документҡа ярашлы, аҡсалата сертификат торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонолорға тейеш. Социаль түләүгә дәғүәләүсе ғаиләләр һаны баштағы пландарҙан артып киткән, ул ғаризаларҙы ҡарау процесын әкренәйтеүгә килтергән. Яңы учреждениеның эше башҡа саралар иҫәбендә был проблеманы ла хәл итергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1186628-v-bashkirii-budet-sozdano-upravlenie-po-realizatsii-sotsialnykh-zhilishchnykh-programm/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика