07:10 (UTC+5), 12 Июля 2018

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙы яҡтыртыуға киң мәғлүмәт сараларын аккредитациялау башланды

автор
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 2018 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бинала һәм тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләгәндә, һайлау һөҙөмтәләрен билдәләгәндә ҡатнашыу өсөн киң мәғлүмәт саралар вәкилдәрен аккредитациялау тураһында иғлан итте.
Һайлауҙарҙы ойоштороусылар хәтергә төшөрә: Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында төбәк киң мәғлүмәт саралары аккредитация үтә (Рәсәй Федерацияһының бер субъектында йәки муниципаль берәмек биләмәһендә таратыу өсөн теркәлгән). Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының аккредитацияһы Башҡортостан биләмәһендә генә үҙ көсөндә.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһының ике һәм унан күберәк субъектында таратыу өсөн теркәлгән федераль (дөйөм Рәсәй) киң мәғлүмәт сараларынан ғариза ҡабул итә. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында бирелгән аккредитация таныҡлығы бөтә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә үҙ көсөндә.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен аккредитациялау өсөн 2018 йылдың 10 июленән шул уҡ йылдың 5 сентябренә тиклем киске сәғәт 6-ға ҡәҙәр киләһе документтар ҡабул ителә:
- тауыш биреү көнө яҙылған, баш мөхәррирҙең ҡултамғаһы ҡуйылған ғариза. Ҡағыҙ йәки электрон (скан) төрҙә, шулай уҡ машина уҡырлыҡ MS Excel форматында тапшырыла;
- баш мөхәррир ҡул ҡуйған киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ (теркәлгән киң мәғлүмәт сараһы өсөн) күсермәһе. Ғаризаны электрон төрҙә тапшырғанда ҡул ҡуйылған киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ күсермәһенең электрон төрө (скан) йүнәлтелә.
Аккредитацияға ғаризалар «Аккредитация» билдәһе менән Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына йүнәлтелә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46 адресына йәки pressa@cikrb.ru электрон почтаға.
MS Excel форматында ғариза Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сайтындағы «Аккредитация» бүлегендә урынлашҡан. Киң мәғлүмәт сараларын аккредитациялау менән бәйле бөтә һорауҙар буйынса Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы Аппаратына мөрәжәғәт итергә, телефон: (347) 218-11-15.
http://www.bashinform.ru/news/1185501-v-bashkirii-obyavlena-akkreditatsiya-smi-na-osveshchenie-vyborov-v-gossobranie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика