Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Июль 2018, 14:50

Владимир Путин Башҡортостандан сенаторҙы II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләне

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин өс йөҙҙән ашыу кешене дәүләт нагрдаһы менән бүләкләне, улар араһында ун парламентарий. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан, тип хәбәр итә «Парламент гәзите».
Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса төбәктәр палатаһы комитетының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнде.
Парламентарийҙар награданы Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙа, парламентаризмды үҫтереүҙә өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн алды, тиелгән бүләкләү тураһындағы указда.
http://www.bashinform.ru/news/1181324-vladimir-putin-nagradil-senatora-ot-bashkirii-medalyu-ordena-za-zaslugi-pered-otechestvom-ii-stepeni/
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: