04:00 (UTC+5), 02 Июля 2018

Республикала «Берҙәм Рәсәй» парламент депутатлығына кандидатуралар билдәләне

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең конференцияһы уҙҙы, унда партия ағзалары Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауға үҙ кандидатураларын тәҡдим итте. Конференцияны партияның төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. 30 июндә үткән конференция эшендә бөтәһе 220-нән ашыу делегат ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр партияның матбуғат хеҙмәтендә.
Кандидаттарҙың исемлеге йәшерен тауыш биреү йомғаҡтары буйынса төҙөлгән. Берҙәм һайлау округы буйынса дөйөм республика исемлеген төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй. Шулай уҡ тәүге өсәүгә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Оксана Савченко һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ингән.
Төбәк төркөмөндә тағы 165 кеше, шул рәүешле исемлектә 168 кандидат иҫәпләнә. Тағы 55 кеше бер мандатлы һайлау округы буйынса тәҡдим ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндә Башҡортостанда депутаттар һайлауға тәҡдим итеү өсөн партиянан кандидаттарҙы билдәләү буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы алдан тауыш биреү уҙғарҙы. Төбәктең закондар сығарыу йыйылышына депутаттар һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә билдәләнгән. Республика халҡы 110 депутат һайлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ буйынса, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.
http://www.bashinform.ru/news/1180910-v-bashkirii-edinaya-rossiya-opredelilas-s-kandidatami-v-deputaty-parlamenta-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика