12:55 (UTC+5), 02 Июль 2018

Рәсәйҙә 2018-2020 йылдарға коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса милли план раҫланды

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙә 2018-2020 йылдарға коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса милли план раҫланды. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған тейешле указ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡҡан.
«Известия» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, программаға, атап әйткәндә: сикләүҙәр, тыйыуҙар һәм талаптар системаһын яҡшыртыу; айырым юридик шәхестәрҙең һатып алыуҙар, тауарҙар, хеҙмәттәр өлкәһендә коррупция менән көрәшеү буйынса сараларҙы камиллаштырыу, чиновниктарҙа коррупцияға ҡаршы тәртип булдырыуға аң-белем таратыу һәм башҡа сараларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, Рәсәйҙең халыҡ-ара абруйын нығытыу инә. План үтәлешен Рәсәй Президенты ҡарамағында Совет президиумы ойошторасаҡ махсус эшсе төркөм күҙәтә. Указда Федерация Советына, Дәүләт Думаһына, Юғары судҡа, Иҫәп палатаһына, Үҙәк банкына һәм Үҙәк һайлау комиссияһына ошо милли программаны тормошҡа ашырыу буйынса кәңәштәр бар.
http://www.bashinform.ru/news/1181101-v-rossii-utverzhden-natsionalnyy-plan-po-protivodeystviyu-korruptsii-na-2018-2020-gody/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика