04:15 (UTC+5), 28 Июня 2018

Генераль совет Дәүләт Йыйылышына һайлауға «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәренең исемлеген раҫланы

Берҙәм Рәсәйҙең матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан парламентына «Берҙәм Рәсәй»ҙән тәҡдим итеү өсөн кандидатуралар федераль кимәлдә раҫланды. Ҡарар шаршамбы, 27 июндә, «Берҙәм Рәсәй» генераль советы президиумы ултырышында ҡабул ителде.
Мәскәүҙә исемлек менән партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев таныштырҙы. Хәҙер был дәғүәселәр 30 июндә төбәк партияһы Конференцияһында күрһәтелә, тип аңлаттылар партияның төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтендә.
«Башҡортостанда исемлек һәм бер мандатлы округ буйынса 55-шәр йәғни бөтәһе 110 депутат һайлана. Исемлек буйынса – 168 кандидат, бер мандатлы округ буйынса 55 кеше тәҡдим итәбеҙ. Ғәмәлдәге составтың яртыһынан күберәген яңыртыу күҙаллана», — тип һөйләне ултырышта партияның Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Александр Борисов.
Төбәктең закондар сығарыу йыйылышына депутаттар һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә билдәләнгән. Республика халҡы 110 депутат һайлай. Шул рәүешле уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.
http://www.bashinform.ru/news/1179601-gensovet-utverdil-spisok-edinorossov-na-vybory-v-gossobranie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика