08:40 (UTC+5), 26 Июнь 2018

Башҡортостанда халыҡ художество кәсептәренә дәүләт ярҙамы тураһында закондар үҙ көсөнә инде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.Башҡортостанда «Халыҡ художество кәсептәре тураһында» һәм «Мәҙәниәт тураһында» закондарға төбәк парламенты ҡабул иткән төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде. Хәҙер дәүләт власы органдары халыҡ художество кәсептәре ойошмаларына ярҙам күрһәтергә хоҡуҡлы.
«Халыҡ кәсептәре – иҡтисадҡа түгел, ә күберәк мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған тармаҡ. Халыҡ кәсептәре тауарҙарының күпселеге – ҡулдан эшләнгән һәм берәмләп һатыла торған әйбер. Был хеҙмәт - бик мәшәҡәтле, күп ваҡыт һәм көс талап итә, ә уның өсөн ҙур аҡса түләүселәр аҙ. Әлбиттә, халыҡ художество кәсептәре дәүләт ярҙамына мохтаж», – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Художество кәсептәренә дәүләт ярҙамы тураһында мәсьәлә алдан тикшерелде һәм федераль кимәлдә ыңғай хәл ителде. Башҡортостан парламенты ошо норманы республика ҡануниәтендә үҫтерергә хәл итте.
«Рәсәйҙәге күп милләтле төбәктәрҙең береһе булған республикабыҙ өсөн бындай норма айырыуса көнүҙәк. Беҙҙә төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй. Барыһы ла үҙҙәренең мәҙәни йолаларын, шул иҫәптән халыҡ художество кәсептәрен һаҡлау менән ҡыҙыҡһына», — тип өҫтәне Константин Толкачёв.
Ҡабул ителгән закондарға ярашлы дәүләт ярҙамын күрһәтергә хоҡуҡлы халыҡ художество кәсептәре ойошмаларының исемлеген Рәсәй Хөкүмәте вәкиле федераль башҡарма власть органы тарафынан раҫлана.
http://www.bashinform.ru/news/1178262-v-bashkirii-vstupili-v-silu-zakony-o-gospodderzhke-narodnykh-khudozhestvennykh-promyslov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика