03:55 (UTC+5), 25 Июня 2018

Рөстәм Хәмитов республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы эшенә йомғаҡ яһаны

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Уҙған көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы 54-се ултырышында сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республика парламентының биш йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны һәм депутаттарға һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
- Һеҙ юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәттегеҙ, мөһим башланғыстар тәҡдим иттегеҙ, республика Хөкүмәте, башҡарма власть органдары, муниципалитеттар, һайлаусылар менән тығыҙ эшләнегеҙ, яуаплы булдығыҙ, дөйөм республика бурыстарын бергәләп хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙығыҙ, дөйөм алғанда ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡто, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыу, төбәктә тормош сифатын арттырыу өсөн күп нәмә эшләнегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов . – Һис шикһеҙ, әүҙем, эшкә һәләтле, берләшкән һәм хеҙмәттәшлеккә ниәтләнгән парламентһыҙ үҫеш сәйәсәтен уҙғара, йәмғиәттә күтәренкелек мәҙәниәтен, халыҡта иртәгәге көнгә ышаныс тойғоһон нығыта алмаҫ инек.
Бишенсе саҡырылыш эшләгәндә республика Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышына 226 закон проекты индерҙе, депутаттарҙың һәр закон проекты буйынса тиерлек һығымта әҙерләне, тип хәбәр итте республика Башлығы.
- Беҙ һеҙҙең менән республика башланғыстарын Дәүләт Думаһында әүҙем алға ебәрҙек, федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп иттек, дөйөм Рәсәй проекттарын тормошҡа ашырҙыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең хеҙмәттәшлек парламент тыңлауҙары, хөкүмәт сәғәттәре, түңәрәк өҫтәлдәр, башҡарма власть органдары етәкселәренең депутаттар алдындағы отчеттары сиктәрендә үтте. Министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими комитеттары ҡарамағында ойошторолған эксперт советтары эшмәкәрлеге был саҡырылыштың яңылығы булды.
Республика етәксеһе Дәүләт Йыйылышы комитеттарының индергән өлөшөн билдәләне, уларҙың һәр ҡайһыһы республика үҫешенең төп йүнәлештәренә ярашлы үҙ бурыстарын уңышлы үтәне.
- Бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың үҙенсәлеге булып күп партиялыҡ тора. Республика тарихында тәүгә унда алты партия тәҡдим ителгән. Парламенттан ситтәге партиялар, ошо партияларҙың төбәк бүлексәләре менән дә үҙ-ара эшмәкәрлек системаһы төҙөлгән, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. – Парламенттың Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, йәмәғәт берләшмәләре менән эшмәкәрлектең киңәйеүе мөһим. Федерация субъекттары, яҡын һәм сит ил төбәктәре парламенттары менән бәйләнештәр үҫеште.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары йыш ҡына социаль әһәмиәтле акция, эре форум, тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы уй-фекерҙәргә килеү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әйләнгән йәмәғәт тыңлауҙары инициаторҙары булып сығыш яһаны.
- Һайлаусыларҙың мәнфәғәтен лайыҡлы яҡлап, биш йыл дауамында байтаҡ йүнәлештәр буйынса ҙур һәм бик мөһим эш башҡарҙығыҙ, – тип йомғаҡланы Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1177283-rustem-khamitov-podvyel-itogi-raboty-gossobraniya-respubliki-pyatogo-sozyva/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика