10:03 (UTC+5), 25 Июнь 2018

Башҡортостанда 811 участкала бюллетендәрҙе эшкәртеү комплексы урынлаштырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.Республикала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлау ваҡытында 811 һайлау участкаһында КОИБ ҡулланыу күҙаллана.
«Һайлаусылар һаны 1 500-ҙән күберәк булған участкаларҙы КОИБ менән йыһазландырыу ҡаралған, шуға бәйле 60% ашыу һайлаусыны йәлеп итергә мөмкин», — тип һөйләне Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев.
Һайлауҙы ойоштороусылар һүҙҙәренсә, республикала үҙебеҙҙең КОИБ-тар 219 участканы йыһазландырыу өсөн генә етә, шуға күрһәтелгән маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстарын күршеләге Удмурт Республикаһынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан алып торорға уйлайҙар.
Республиканың закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә билдәләнгән. Төбәктә йәшәүселәр 110 депутат һайларға тейеш. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.
http://www.bashinform.ru/news/1177526-v-bashkirii-koiby-ustanovyat-na-811-uchastkakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика