03:30 (UTC+5), 21 Июня 2018

Башҡортостан депутаттары Саксония премьер-министры менән осрашты

youtube.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Германияла сәфәрҙә булған Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарының рәсми делегацияһы Саксонияның Дәүләт канцелярияһында булды һәм республиканың премьер-министры Михаэль Кречмэр менән осрашты. Башҡортостандың һәм Саксонияның иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәренең ғәмәлдәге һәм перспективалы йүнәлештәрен киңәйтеү мөмкинлектәрен өйрәнеү осрашыу үҙәгендә булды. Уҙған көндәрҙә шулай уҡ Саксония иҡтисадына булышлыҡ итеү департаментында республиканың мөмкинлектәре менән таныштырҙылар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәре буйынса дәүләт комитетында.
Был көндөрҙә Өфөлә Саксонияның бизнес-миссияһы, уның маҡсаты – яңы эшлекле бәйләнештәр булдырыу һәм сәнәғәт өлкәһендә кооперацияны үҫтереү. Бынан тыш, августа Саксонияның Ландтаг делегацияһын ҡабул итеү күҙаллана. Ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү төп темаларҙың береһе була.
http://www.bashinform.ru/news/1175937-bashkirskie-deputaty-vstretilis-s-premer-ministrom-saksonii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика