Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Июнь 2018, 09:10
Рәсәй Америка дарыуҙарына һалым һалмаясаҡ
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Америка дарыуҙары Рәсәйҙең яуап итеп импорт һалымдары индереләсәк тауарҙар исемлегенә инмәй, тип асыҡлыҡ индерҙе иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, тип хәбәр итә «Известия».
Һалым Рәсәй баҙарында аналогтары булған тауарҙарға ғына ҡағыла, тип айырып әйтте министр. Өҫтәмә һалым һалынасаҡ Америка тауарҙары исемлеген Иҡтисади үҫеш министрлығы яҡын көндәрҙә әҙерләй.
Алдан 19 июндә Максим Орешкин Рәсәйҙең АҠШ-нан индерелгән бер төркөм тауарҙарға импортҡа өҫтәмә һалым һалырға ниәтләнеүен белдергәйне. Уның һүҙҙәренсә, был Американың протекционистик сәйәсәтенә яуап булып хеҙмәт итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1175402-rossiya-ne-budet-oblagat-poshlinami-na-amerikanskie-lekarstva-/
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
дарыуҙар
санкциялар
Читайте нас: