Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Июнь 2018, 14:08

Башҡортостан телдәрҙе һаҡлау буйынса проекттарға дөйөм суммаһы 50 миллион һумлыҡ гранттар тапшыра

change.org
change.org
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән республика башлығы гранттарын тапшырыу тәртибен раҫланы.
Грантҡа дәүләт һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге һәм йәмәғәт ойошмаларының проекттары дәғүә итә ала.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы тиҙҙән грант алыуға конкурс уҙғара. Гранттарҙың дөйөм суммаһы - 50 миллион һум, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1175502-bashkortostan-predostavit-granty-na-obshchuyu-summu-50-mln-rubley-na-proekty-po-sokhraneniyu-yazykov/
Читайте нас: