04:05 (UTC+5), 19 Июня 2018

Республикала Дәүләт Йыйылышының алтынсы саҡырылышына һайлауҙар билдәләнде

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлау билдәләнде. Был турала ҡарар кисә, 18 июндә, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Ултырышты республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.
Төбәктәге закондар сығарыу йыйылышы депутаттарын һайлау 2018 йылдың 9 сентябренә билдәләнде. Республика халҡы 110 депутат һайлаясаҡ. Өҫтәүенә уларҙың яртыһы бер мандантлы округ буйынса һайлана, ҡалған 55-е – берҙәм һайлау округы буйынса.
Ултырышта алдағы һайлауға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланды. Комиссия ағзалары алдағы һайлау кампанияһын ойоштороу һәм үткәреү өсөн кәрәкле бер төркөм ҡарарҙар ҡараны һәм ҡабул итте.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу власының даими эшләүсе органы булып тора. Ул 110 депутаттан тора һәм биш йылға һайлана. Яңы һайланған 18 депутат профессиональ даими нигеҙҙә эшләйәсәк.
Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп тауыш биреү көнөнә 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала. Һайлауҙар дөйөм тиң һәм туранан-тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән үткәрелә.
http://www.bashinform.ru/news/1174580-v-bashkirii-naznacheny-vybory-v-gossobranie-shestogo-sozyva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика