Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
+0.39
93.56
+0.62
61.12
-0.16
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Июнь 2018, 12:45

Башҡортостандың 23 районында депутаттар һайланылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда 2018 йылдың 17 июнендә 23 муниципаль райондың урындағы үҙидаралыҡ органдарына өҫтәмә һайлауҙар үтте. Тауыш биреүҙе ойоштороуҙа 83 участка комиссияһы ҡатнашты. 70 мандат билдәләнде.
«Барлыҡ депутаттар һайланды. «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре – 57, «Ғәҙел Рәсәй» - биш, ЛДПР һәм КПРФ - берешәр, Рәсәй патриоттары – ике, теләк белдереүселәр дүрт мандат алды. Халыҡтың 63,24 проценты килде. Дәүләкән, Иглин, Ишембай, Ғафури, Стәрлебаш, Благовар райондары һайлыусылары нығыраҡ әүҙемлек күрһәтте», — тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.
http://www.bashinform.ru/news/1174424-v-bashkirii-vybrany-deputaty-v-23-rayonakh/
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас