04:50 (UTC+5), 18 Июня 2018

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һуңғы ултырышта 30-ҙан ашыу закон проектын ҡарай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 22 июндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары парламенттың бишенсе саҡырылышы составында һуңғы тапҡыр пленар ултырышҡа йыйыла. Халыҡ һайлап алыныусылары Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә көн тәртибен раҫланы, унда 30-ҙан ашыу закон проекты ҡараласаҡ.
«Беҙгә депутаттарҙың биш йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһау тора. Саҡырылыш эшмәкәрлеге тураһында тейешле доклад әҙерләнгән, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Сираттағы депутаттар корпусының эше тамамланыу менән алдағы ултырыштың көн тәртибе йөкмәткелелеге, шул иҫәптән тотош ҡабул итергә, ҡарарға әҙерләнгән өс тиҫтәнән ашыу закон проекты бәйле. Коллегалар менән ағымдағы закон проекттары өҫтөндә эште тамамларға тырыштыҡ, әммә тормош бер урында ғына тормай, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарау яңы саҡырылышта дауам ителәсәк».
Атап әйткәндә, депутаттар «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарын көйләү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында, «2017 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәү тураһында» докладтарҙы тыңлай, беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы хаҡында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарай. Шулай уҡ халыҡ һайланыусылары һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен, музейҙар, мәҙәниәт, бюджет, кинематографияға дәүләт ярҙамы тураһында закон проекттарын ҡарай. Алкоголь һатыу тураһында башланғыстарҙы Дәүләт Думаһына индереү хаҡында ҡарар ҡабул итеү һәм мировой судья вазифаһына кандидатураларҙы һәм Дәүләт Думаһанын килгән федераль закон проекттарын ҡарау күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1174144-deputaty-gossobraniya-kurultaya-bashkirii-na-poslednem-zasedanii-rassmotryat-bolee-30-zakonoproektov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика