04:40 (UTC+5), 08 Июнь 2018

Владимир Путин «Тура бәйләнеш» барышында 79 һорауға яуап бирҙе

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты тура эфирҙа 4 сәғәт 20 минут эсендә 79 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Владимир Путин Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Президент өсөн был юғары дәүләт вазифаһында яңы алты йыллыҡ срокта тәүге «Тура бәйләнеш»е һәм 2001 йылдан – 16-сы, тип хәбәр итә ТАСС.
Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшөн дәүләт башлығы үҙе һайлап уҡыны. Улар иҡтисадҡа, экологияға, инфраструктураны үҫтереүгә арналды. 12 һорау – иҡтисади мәсьәләләргә, етәү – Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә, һигеҙ – халыҡ-ара мәсьәләләргә (Рәсәйҙең АҠШ һәм Бөйөк Британия менән мөнәсәбәттәренә, Украинаны көйләү мәсьәләләренә, Балтия, Сүриә илдәрендә рус телле халыҡтың хәленә), берешәр – спортҡа, космонавтиканы үҫтереүгә, өсәү – медицина проблемаларына, бишәү – социаль сәйәсәткә, икәү – экологияға, икәү армияға һәм оборона-сәнәғәт комплексына ҡағылды. Тағы ете блицһорау шәхси сифатта булды.
Дәүләт башлығына дөйөм мөрәжәғәттәр һаны 2,5 миллионға етте.
http://www.bashinform.ru/news/1170968-vladimir-putin-v-khode-pryamoy-linii-otvetil-na-79-voprosov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика