07:45 (UTC+5), 08 Июня 2018

Константин Толкачев Волга буйы федераль округы парламенттары башлыҡтарының медиарейтингын етәкләне

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев 2018 йылдағы май айының йомғаҡтары буйынса Рәсәй субъекттарының закондар сығарыу башлыҡтары медиарейтингында һигеҙенсе урын алды, ә Волга буйы федераль округында рейтингты етәкләне.
Төбәк парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Константин Толкачев Рәсәйҙең бөтә төбәк парламенттары етәкселәрен уҙып китте, Кемеров өлкәһе (Аман Тулеев), Чечня (Магомед Даудов), Иркутск өлкәһе (Сергей Брилка), Мәскәү өлкәһе (Игорь Брынцалов), Санкт-Петербург (Вячеслав Макаров), Краснодар крайы (Юрий Бурлачко) һәм Севастополь (Екатерина Алтабаева) коллегаларынан ғына ҡалышып. Тәүге унауға Ҡырым һәм Мәскәү парламенттары рәйестәре Владимир Константинов һәм Алексей Шапошников ингән.
Медиарейтинг тураһында мәғлүмәттәрҙе 2013 йылдан рейтинг тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән һәм әле мониторингта һәм киң мәғлүмәт саралары анализында лидер булған «Медиалогия» компанияһы баҫып сығарған. Рейтинг «Медиалогия» системаһына ТВ, радио, гәзиттәр, журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет киң мәғлүмәт саралары ингән яҡынса 44 900 сығанаҡ нигеҙендә төҙөлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1171123-konstantin-tolkachev-vozglavil-mediareyting-glav-parlamentov-privolzhskogo-federalnogo-okruga/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика