03:25 (UTC+5), 08 Июня 2018

Балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаларҙы киңәйтәләр – Владимир Путин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаларҙы киңәйтәләр. Ошо хаҡта илебеҙ Президенты Владимир Путин «тура бәйләнеш» барышында белдерҙе, Иваново ҡалаһынан ишле Верховскийҙар ғаиләһенең һорауына яуап биреп.
Асыҡланыуынса, өс балалы ғаиләгә закондағы етешһеҙлектәр сәбәпле ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготалы программала баш тартҡандар. Закон буйынса льгота икенсе йәки өсөнсө бала тыуғанда ҡарала, ә дүртенсеһе тыуғанда уны бирмәйҙәр.
Ғаилә башлығы Владимир Путиндан льготаны икенсе һәм өсөнсөгә генә түгел, артабан тыуған балаларға ла бирһендәр өсөн билдәләмәне үҙгәртеүен һораны.
Президент министрҙар кабинеты ҡарарындағы хатаны төҙәтергә һәм күп балалыларға ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаны киңәйтергә вәғәҙә бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, был бюджеттан яҡынса 9 миллиард һум талап итәсәк.
Шулай уҡ дәүләт башлығы ипотека буйынса ставканы 7 процентҡа тиклем кәметеү бурысы ҡуйҙы. «Бында бөтәһе лә бюджет сығымдары менән бәйле. Әммә хөкүмәт һәм Үҙәк банкы 7 процентҡа ынтылырға тейеш», — тине Владимир Путин.
http://www.bashinform.ru/news/1170858-lgotu-po-snizheniyu-ipotechnoy-stavki-dlya-semey-s-detmi-rasshiryat-vladimir-putin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика