05:01 (UTC+5), 07 Июня 2018

Владимир Путин бөгөн яңыртылған форматта «тура бәйләнеш» үткәрә

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй президенты исеменә халыҡтан 1,3 миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән. Бөгөн, 7 июндә, Владимир Путин сираттағы тапҡыр студияға килә һәм халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралаша.
ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, һорауҙарҙың күбеһе пенсия реформаһы, ярлылыҡ кимәле, бензинға хаҡтар һәм иҡтисади үҫеш темаһына ҡағыла.
«Популяр телевизион шоуына әүерелгән «тура бәйләнеш» быйыл форматын үҙгәртә — ысынлап та тура бәйләнеш ойошторола», — тип хәбәр итә агентлыҡ.
Владимир Путин менән тура бәйләнеш бөгөн, 7 июндә, Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Тапшырыуҙы «Беренсе канал», «Рәсәй 1», «Рәсәй 24» һәм ОТР телеканалдарында ҡарарға, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM», «Рәсәй радиоһы» радиостанцияларында тыңларға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1170485-vladimir-putin-segodnya-provedet-pryamuyu-liniyu-v-obnovlennom-formate/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика