04:40 (UTC+5), 05 Июня 2018

Владимир Путин менән «тура бәйләнеш»кә миллиондан ашыу һорау килгән

kremlin.ru
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән «тура бәйләнеш»кә килгән шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр һаны 1 миллиондан артып киткән, тип хәбәр итә «РИА Яңылыҡтар» сараның ойоштороусыларына һылтанып.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын уҙғарылған «Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш» махсус программаһы 7 июндә Мәскәү ваҡыты буйынса төшкө ваҡытта башлана. Дәүләт башлығы рәсәйҙәр менән аралашыу барышында уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.
Дүшәмбе көндө сәғәт киске 6-ға 583858 шылтыратыу, 240002 SMS, шулай уҡ MMS формаһында 22692 хәбәр килгән.
Бынан тыш, ҡушымта аша видео форматында 5472 хәбәр килгән, видеодиалог ярҙамында 4596 һорау ебәрелгән.
Президентҡа һорау биреү мөмкинлеге менән махсус сайтта 97800 тапҡыр ҡулланғандар.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, социаль селтәрҙәр аша текст менән – 26309, видео форматында 751 хәбәр килгән. Ҡушымта аша ебәрелгән һорауҙар һаны 25061 булған.
Дәүләт башлығына нисек һорау биреү тураһында һылтанма буйынса уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1169340-k-predstoyashchey-pryamoy-linii-s-vladimirom-putinym-postupilo-bolee-milliona-voprosov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика