03:45 (UTC+5), 04 Июня 2018

Рөстәм Хәмитов алдан тауыш биреүҙә ҡатнашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынын депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә (праймеризда) ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан территориаль иҫәп участкаһында тауыш бирҙе. Праймериз – ул тәү сиратта кемдәр сентябрҙә һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ шуларға баһа биреү, тип билдәләне ул.
- Мин үҙем йәштәр өсөн тауыш бирҙем. Шул иҫәптән студенттар, аспиранттар һәм «Йәш Гвардия» ла булды. Ул сәйәсәт менән шөғөлләнергә, үҙенсә, йыш ҡына йәштәр әйтмешләй, ғәҙеллек өсөн көрәшергә теләгән байтаҡ йәштәр барлығы хаҡында һөйләй. Был изге ынтылыш һәм шулай булырға тейеш тә. Йәш саҡта һәр ваҡыт күп нәмә эшләгеһе килә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бер мәл ошо егеттәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан ысын ҙур, етди сәйәсмәндәр үҫер тип көтәм. Ә хәҙер улар тәжрибә туплай.
Алдан тауыш биреү – партияларҙан артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттлыҡҡа уларҙы кандидат итеп тәҡдим итеү өсөн дәғүәселәрҙең конкурент, асыҡ һайлау процедураһы. Һайлау хоҡуғына эйә республика гражданы үҙенең территориаль участкаһында тауыш бирә ала. Тауыш биреү рейтинг системаһы буйынса алып барылғанға күрә исемлеккә индерелгән әллә күпме кандидат өсөн тауыш бирергә була.
Башҡортостанда 662 иҫәп участкаһы ойошторолған, уларҙың 77-һе – Өфөлә. Республика буйынса алдан тауыш биреүҙә 584 кеше ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1168590-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-predvaritelnom-golosovanii/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика