12:02 (UTC+5), 04 Июня 2018

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүе тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүе тамамланды. Ойоштороу комитеты яҡынса һөҙөмтәләрҙе 5 июндә раҫлай һәм партияның Генераль советына килешеүгә ебәрә.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың 13,4% һайлауға килде. Тәүге тапҡыр электрон тауыш биреү уҙғарылды, республикала 15 мең самаһы кеше ошо хоҡуҡ менән файҙаланды. Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев билдәләүенсә, алдан тауыш биреү процедураһы — асыҡ процесс.
«Республикала йәшәүселәр Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан күрһәтелергә лайыҡлы тип һанаған кандидаттар өсөн тауыш бирҙе. Төбәк башҡарма комитеты, урындағы партия бүлексәләре алдан тауыш биреүҙе үткәреү өсөн ҙур эш башҡарҙы. Тауыштарҙы иҫәпләгәндән һуң, партияның Генераль советы берҙәм һайлау округы һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеген раҫларға тейеш. Был кандидаттарҙы төбәк бүлексәһе конференцияһы күрһәтә. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар һаны 223 кешенән артмай», — тине Константин Толкачев.
5-се һайлау округы буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ округында иң күп тауыш йыйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1168906-v-bashkortostane-zaversheno-predvaritelnoe-golosovanie-edinoy-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика