05:10 (UTC+5), 01 Июнь 2018

Башҡортостан парламенты 1-се класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итергә рөхсәт бирҙе

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусылары бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары аласаҡ. Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары майҙың һуңғы көнөндә пленар ултырышта ҡануни рәүештә ғаиләләргә был хоҡуҡты беркетте.
Төбәк парламенты спикеры һүҙҙәренсә, ярҙам сараһы республикала беренсе йыл ғына күрһәтелмәй, әммә ҡануни рәүештә ул беркетелмәгәйне.
«Һуңғы өс йылда мәктәп тауарҙары республика Хөкүмәте бойороҡтары нигеҙендә бүленде. Уҙған йылда уларҙы 19 миллион һумдан ашыу суммаға һигеҙ меңдән ашыу бала алды. Был категорияға ҡараған балаларға бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтарына хоҡуғын ҡануни беркетеүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ. Был маҡсатҡа аҡсалар республика ҡаҙнаһында һалынған».
Парламентарийҙар закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Ул 2018 йылдың 1 сентябренә аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусыларына бушлай мәктәп-яҙыу тауарҙарын биреүҙе гарантиялай.
http://www.bashinform.ru/news/1167413-parlament-bashkirii-razreshil-darit-pervoklassnikam-shkolnye-prinadlezhnosti/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика