06:50 (UTC+5), 30 Мая 2018

Башҡортостан делегацияһы Баҡыла Азербайжан менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен өйрәнә

votpusk.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов етәкселегендә республика делегацияһы рәсми сәфәр менән Азербайжандың баш ҡалаһы – Баҡыла.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр программаһында – Азербайжан Республикаһы Хөкүмәтендә һәм Рәсәйҙең Баҡылағы илселегендә осрашыуҙар, шулай уҡ «Нефть һәм Каспий газы» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыу.
29 майҙа Азербайжан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Ягуб Эюбов менән һөйләшеү үтте. Әңгәмәнең төп темаһы иҡтисадта һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек булды.
Энергетика министры Пярвиз Шахбазов менән осрашыу барышында Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре был өлкәлә эшмәкәрлек перспективаларын тикшерҙе. Азербайжан яғы Башҡортостанда етештерелгән энергетика ҡормалдары һәм нефть химияһы өлкәһендәге технологик яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Министр шулай уҡ Өфөлә ағымдағы йылдың октябрендә үтәсәк Рәсәй энергетика форумына саҡырыуҙы ҡабул итте.
Азербайжан һәм Башҡортостандың сәнәғәттәге хеҙмәттәшлек йүнәлештәре шулай уҡ иҡтисад министры урынбаҫары Ниязи Сәфәров менән осрашыуҙа ҡаралды. Атап әйткәндә, һүҙ Азербайжан биләмәһендә нефть ҡорамалдары һәм каустик сода етештереү буйынса уртаҡ предприятие асыу тураһында барҙы. Бынан тыш, фармацевтика һәм химия сәнәғәте продукцияһында ихтыяж бар. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Фәрхәд Самедов республиканың нефть химияһында һәм фармацевтикала ҡеүәтле етештереү һәм ғилми потенциалға эйә булыуын айырып әйтте.
Дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан һәм Азербайжан араһында 2017 йылғы йомғаҡтар буйынса сауҙа әйләнеше күләме 18 миллион доллар самаһы тәшкил иткән. Башҡортостан Азербайжанды ағастан эшләнгән изделиелар, химия сәнәғәте продукцияһы, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар, ҡара металл һәм унан эшләнгән изделиелар, быяла изделиелары, ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итә. Өҫтәүенә сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған экспорт өлөшө Азербайжанға ебәрелгән дөйөм продукция күләменән 96,6 процент тәшкил иткән. Азербайжандан ауыл хужалығы продукцияһы, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар индерелә.
Башҡортостан биләмәһендә Азербайжан капиталы ҡатнашлығында ауыл хужалығы, ҡунаҡхана бизнесы, йәмәғәт туҡланыуы, төҙөлөш һәм сауҙа өлкәһендә 6 предприятие эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1166388-delegatsiya-bashkortostana-obsuzhdaet-v-baku-napravleniya-sotrudnichestva-s-azerbaydzhanom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика