07:15 (UTC+5), 25 Мая 2018

Өфөләге Яҡутов паркында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөн билдәләнеләр

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Уҙған көндәрҙә Өфөләге Иван Яҡутов исемендәге паркта Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө сиктәрендә байрам сараһы үтте. Иҫтәлекле көн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса илебеҙҙә йыл һайын 24 майҙа билдәләнә. Координатор Юрий Кабашов етәкселегендә «Берҙәм Рәсәй» – «Йәш гвардияһы» йәштәр ойошмаһы менән берлектә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто байрамдың ойоштороусыһы булып сығыш яһаны.
Координатор һүҙҙәренсә, бай йөкмәткеле байрам программаһына славян яҙмаһын белеүгә уйындар һәм викториналар инде.
«Бәләкәй балалары булған ғаиләләр өсөн балалар педагог-психологы менән программа уҙғарҙыҡ. Кескәйҙәр боронғо славян алфавитын төшөрөргә, уларҙан исемдәрен яҙырға өйрәнде. Шулай уҡ һүрәт төшөрөү буйынса уҡытыусы балаларға рус халыҡ әкиәттәре геройҙарын нисек төшөрөргә күрһәтте», — тип һөйләне Юрий Кабашов.
Байрамдың икенсе өлөшө өлкәндәргә йүнәлтелде, теләгән һәр кем Ватанға һәм тыуған тәбиғәткә арналған шиғырҙы тасуири уҡыу конкурсында ҡатнаша алды.
http://www.bashinform.ru/news/1163959-v-ufimskom-parke-yakutova-otmetili-den-slavyanskoy-pismennosti-i-kultury/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика