10:37 (UTC+5), 22 Май 2018

Башҡортостанда праймеризда ҡатнашыусылар намыҫлы көрәшкә саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнашыусылар намыҫлы көрәшкә саҡырыуға ҡул ҡуйҙы. Бер-береңә хөрмәт менән ҡарарға, шулай уҡ дәғүәселәрҙең абруйын төшөрөргә маташыуҙан баш тартырға саҡырған документ праймеризда ҡатнашыусылар араһында этик килешеү кеүек булды, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһенән.
«Конкурентлыҡ, асыҡлыҡ һәм легитимлыҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүен уҙғарыуҙың төп принциптары булып тора. Бөгөн барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа ҡул ҡуйған документ үҙеңде дөрөҫ һәм намыҫлы тоторға саҡыра. Ысынында партия кандидаттар һәм уларҙың һайлаусылары араһында сәйәси диалог өсөн йүнәлеш бирә», — тине Константин Толкачев.
Саҡырыуға төбәк парламентының ғәмәлдәге депутаттары ла, яңыраҡ «ПолитСтартап» федераль партия проектында ҡатнашҡан йәштәр ҙә ҡул ҡуйҙы.
Алдан тауыш биреү 2018 йылдың 3 июнендә уҙғарыла. Унда «Берҙәм Рәсәй» ағзалары һәм уның яҡлылар, шулай уҡ партияһыҙ граждандар ҡатнаша. Был көндә Башҡортостанда йәшәүселәр 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа кандидаттар булараҡ күрһәтеү өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидатуралар билдәләй.
http://www.bashinform.ru/news/1161920-v-bashkirii-uchastniki-praymeriz-podpisali-prizyv-k-chestnoy-borbe/          
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика