09:25 (UTC+5), 17 Мая 2018

Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын Юрий Серышев етәкләне

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының ҡабаттан тәғәйенләнгән начальнигы Юрий Серышев менән осрашты. Быға тиклем ул Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Ингушетия Республикаһы һәм Әстрхан өлкәһе буйынса идаралыҡтары етәксеһе булып эшләгән.
Яңы етәксе менән Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең кадрҙар идаралығы начальнигы Александр Котов таныштырҙы.
Осрашыуҙа бынан алда Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең республика идаралығын етәкләгән Олег Гайденко ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Олег Гайденкоға яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яңы вазифала уңыштар теләне.
Яҡтар республикала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе һәм идаралыҡ коллективы алдында торған бурыстарҙы билдәләне.      
http://www.bashinform.ru/news/1159395-upravlenie-fsb-rossii-po-respublike-bashkortostan-vozglavil-yuriy-seryshev/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика