11:20 (UTC+5), 14 Мая 2018

Владимир Путиндың яңы лимузинына Башҡортостанда етештерелгән амортизаторҙар ҡуйылған

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Илебеҙ Владимир Путиндың инаугурацияһында күргән лимузин Рәсәйҙә сығарылған. «Беренсе канал» мәғлүмәттәре буйынса, автомобилдең бөтә комплект өлөштәре илдең төрлө төбәктәрендә эшләнгән. Мәҫәлән, амортизаторҙар – Башҡортостанда, яғыулыҡ багы – Түбәнге Новгородта, дисктары – Красноярскиҙа, шиндары Нижнекамскиҙа етештерелгән, күн салоны Рязанда тегелгән. Двигателе лә илебеҙҙә әҙерләнгән.
Билдәләп үтергә кәрәк, илебеҙ президенты Владимир Путин йөрөгән лимузин – эксклюзив түгел. Оҙаҡламай был автомобилде Рәсәйҙә күпләп етештерә башлайҙар. 2018 йылдың аҙағына тиклем 100-ҙән ашыу «Аурус» маркалы автомобилде конвейерҙан сығарыу һәм һатыу күҙаллана. Лимузиндың хаҡы алты миллион һумдан башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1156869-v-novom-limuzine-vladimira-putina-ustanovleny-aromatizatory-proizvedennye-v-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика