09:17 (UTC+5), 14 Май 2018

Константин Толкачев Рәсәй парламенттары башлыҡтары медиарейтингында тәүге унау иҫәбенә инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев 2018 йылдың апрель йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закон сығарыу органдары башлыҡтары медиарейтингында 9-сы урынды биләне. Константин Толкачев Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡырым, Татарстан, Чечня, Кемерово, Иркустк, Мәскәү өлкәләрендәге коллегаларынан ғына ҡалышып, Рәсәйҙәге барлыҡ төбәктәрҙең парламент етәкселәрен уҙып китте. Волга буйы федераль округында Константин Толкачев икенсе позицияла килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.
Медиарейтинг тураһында мәғлүмәттәрҙе 2003 йылдан алып рейтинг тикшереүҙәре менән шөғөлләнгән «Медиалогия» компанияһы баҫтырып сығарған. Әлеге мәлдә компания киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү һәм анализлауҙа лидер һанала. Рейтинг «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәттәр базаһына ярашлы төҙөлгән. Ул 44 500-гә яҡын сығанаҡты: ТВ, радио, газет-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт сараларын үҙ эсенә ала. 
http://www.bashinform.ru/news/1156952-konstantin-tolkachev-voshel-v-pervuyu-desyatku-mediareytinga-glav-parlamentov-rossii/            
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика