11:46 (UTC+5), 11 Мая 2018

Дәүләт Думаһы Башҡортостан парламентының күп фатирлы йорт менән идара итеү ысулын һайлау ваҡыты тураһында башланғысын хупланы

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 161-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын ҡабул итте.
Республика парламенты тәҡдим иткән үҙгәрештәрҙең асылы бина милекселәренең күп фатирлы йортҡа идара итеү ысулын һайлау осорон бер йылдан алты айға тиклем ҡыҫҡартыуға ҡайтып ҡала.
«Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, кешеләр күп фатирлы йортҡа идара итеү ысулын үҙаллы һайлай ала. Был торлаҡ милекселәре ширҡәте, идара итеүсе компания йәки Торлаҡ кодексында ҡаралған башҡа форма булыуы мөмкин, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Әгәр йортта йәшәүселәр йыл дауамында идара итеү ысулын һайламаһа, был мәсьәләне урындағы үҙидара органы хәл итә — идара итеүсе ойошманы һайлап алыу буйынса асыҡ конкурс ойоштора. Тәжрибә күрһәтеүенсә, торлаҡ милекселәре араһында инициативалы граждандар бар икән, йортҡа идара итеү ысулын һайлау өсөн ярты йыл да етә. Милекселәр бер ниндәй ҙә инициатива белдермәһә, һайлау мәсьәләһе бөтөнләй хәл ителмәй. Бындай осраҡта йыл буйына көтөүҙең мәғәнәһе юҡ, сөнки ошо ваҡытта йорт хеҙмәтләндерелмәй, был иһә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен тыуҙырыуы мөмкин. Дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу һәм граждандарға сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү маҡсатында йортҡа идара итеү ысулын һайлау ваҡытын ҡыҫҡартырға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Тиҙҙән башланғысыбыҙ федераль закон статусын алыр тигән өмөттәбеҙ».
Бынан алда Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты, Федерация Советы, Рәсәй Хөкүмәте, 70-тән ашыу төбәк губернаторы, закон сығарыу йыйылышы һәм хөкүмәте закон проектына ыңғай баһа бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1156162-gosduma-podderzhala-initsiativu-parlamenta-bashkirii-o-srokakh-vybora-sposoba-upravleniya-mnogokvart/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика